Сибайҙа «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы саралары уҙғарылды

Лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡалала йәшәүсе ярты меңдән ашыу гүзәл зат ҡатнашты. Форумда бизнес-тренерҙар, стилистар, косметологтар сығыш яһаны. Матурлыҡ индустрияһы оҫталары макияж, прическа яһау, үҙ-үҙеңде тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Психологтар иһә ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға бәйле бушлай консультациялар бирҙе. Шулай уҡ майҙансыҡта зумба, сальса, башҡорт бейеүҙәре, йога буйынса дәрестәр үтте. «Урал аръяғының йомшаҡ көсө» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә төрлө проблемалар күтәрелде.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп иғтибары «сәләмәтлек биләмәһе»нә йүнәлтелде. Урал аръяғына Өфөнән медицина десанты килгәйне. Теләге булғандар профилле белгестәргә күренеп, бушлай һаулығын тикшертте. Шулай уҡ логопед, психологтар балалар өсөн бушлай консультация уҙғарҙы.

Күләмле сара сиктәрендә ҡул эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәләре эшләне, «Сибайҙа йондоҙҙар яна» тип исемләнгән байрам концерты ҡуйылды. Сәхнәлә билдәле йырсы Виктория Макарская сығыш яһаны.

Фото №1 - Сибайҙа «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы саралары уҙғарылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ