Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла гүзәл заттар өсөн күркәм сара үтте

Ауылымдың уңған ҡыҙҙары. Республика айыҡлыҡ конкурсында ҡатнашыусы Иҫке Сибай ауылында ла гүзәл заттар өсөн күркәм сара үтте. Уны БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.

Был көндә ауылдың мәҙәниәт усағы гөрләп торҙо. Кемдер матур прическа яһатып ҡыуанды, кемеһелер маникюр эшләтте,күҙен, ҡашын буятты.

Сарала ҡатнашыусылар милли биҙәүестәр тегеү, йөн менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Шулай урындағы дауахана табиптарынан ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса кәңәш алды.

Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ аралашыуға, кемдәндер, нимәлер отоп алыуға маһир. Иҫке Сибай ауылында ла оҫта ҡуллы гүзәл заттар бик күп, ошоно иҫәпкә алып «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә онлайн рәүештә «Ауылдың уңған ҡыҙҙары» исемле конкурсы үтә, яңы исемдәр асыла. Бик күптәрҙән оҫталыҡ дәрестәре буйынса һорауҙар килә һәм инициатив төркөм тарафынан «Ҡатын ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» сараһы ойошторола.

Усаҡ ул ғәиләне йылытыусы, уны туйындырыусы символ булып тора, ә инде усаҡты һүндермәй һаҡлап тороусы гүзәл зат үҙен тормошта табып ғаиләһенә ҡот һәм нур өләшеп тора икән, был иң ҙур бәхет булыуын иҫке сибайҙар был сарала иҫбат итте. Унда ауыр тормош шарттарында ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ҡатнашыуы бик урынлы булды. Бәлки, тап ошо сара күптәре өсөн яҡшы тормошҡа үҫеш нөктәһе булыр.

Фото №1 - Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла гүзәл заттар өсөн күркәм сара үтте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ