Андрей Назаров иҡтисадта көрсөккә ҡаршы саралар буйынса проект офисы ултырышын уҙғарҙы

Төбәк планына әлегә 150 пункт инә. Ултырышта ярҙам күрһәтеү мотлаҡ ике мөһим йүнәлеш – төҙөлөш һәм айтитехнологиялар тикшерелде. Хөкүмәт Премьер-министры белдереүенсә, айырым федераль закондарға торлаҡҡа һорауҙы арттырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерелгән дә.

Атап әйткәндә, 1 августа ғәмәлдән сығырға тейешле төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙҙары автоматик рәүештә тағы ла бер йылға оҙайтыла. Шулай уҡ төҙөүселәргә кредит ставкаһын 15 процентҡа тиклем субсидиялау ҙа ваҡытлы сара. Әле төҙөлөш объекттары һәм төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятиеларҙа эш туҡтап ҡалыуы күҙәтелмәй.

Рәсәй Хөкүмәте Айти-тармаҡҡа ярҙам сараларына 21 ярым миллиард һум бүлгән. Төбәк кимәлендә ярҙам саралары булараҡ компанияларға төбәк һалымдары буйынса өҫтәмә льготалар тәҡдим ителәсәк.

Фото №1 - Андрей Назаров иҡтисадта көрсөккә ҡаршы саралар буйынса проект офисы ултырышын уҙғарҙы

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ