Башҡортостанда белем усаҡтары ремонтлана. Республикала 2026 йылға тиклем Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһы нигеҙендә 365 мәктәпте төҙөкләндереү планлаштырылған. Уның сиктәрендә биналарҙы ремонтлау, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҡаралған.
Капиталь ремонт Ишембай районы Кинйәбулат ауылы мәктәбендә лә башланған.
Ишембай районының Кинйәбулат ауылы мәктәбендә 108 уҡыусы белем ала. Уларҙың 14-е мәктәп эргәһендә эшләп килгән интернат балалары. Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы эшләй башланы. Уның сиктәрендә ҙур ремонт эштәре Кинйәбулат урта мәктәбендә лә башланған.
1979 йылда төҙөлгән белем усағында быға тиклем күләмле ремонт эшләнгәне булмай. Дөйөм тырышлыҡ менән яҡшы һөҙөмтәләр күрербеҙ, балалар заманса шарттарҙа уҡый башлар тип өмөтләнәбеҙ, ти 30 йылдан ашыу башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләүсе Миңлегөл Марат ҡыҙы.
Ремонт эштәре барғансы башланғыс синыфтар белем алыуын балалар баҡсаһында дауам итә, ундағы 4 бүлмә уҡыусылар өсөн яраҡлаштырылған. Ә 5-9-сы класс уҡыусыларын мәктәп автобусы Байғужа ауылына йөрөтәсәк. Башҡортостанда быйыл Федераль программаға ярашлы 63 белем усағына капиталь ремонт үткәреү ҡаралған. Шуларҙың 7-һе Ишембай районында.
Ишембай районыныда барлығы 33 мәктәп иҫәпләнә, киләһе йылда ла уларҙың 7-һен федераль программа буйынса ремонтлау өсөн заявка тултырыла. Капиталь ремонт сиктәрендә бинаны төҙөкләндереү, заманса ҡоролмалар һатып алыу ғына түгел, ә уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү ҙә күҙ уңында тотола.
Әлфинә Килдейәрова




