Үҙгәрештәргә ярашлы, анализдар үҙәкләштерелгән лабораторияларҙа тикшерелә. Медицина учреждениеларындағы өр-яңы заманса техника анализдарҙы тикшереү сифатын күпкә арттыра. Республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып яңы системаны тормошҡа ашырыуға тотондо. Пациенттар үҙгәрештәрҙе һиҙәме? Был һорауға яуапты БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина эҙләне.
Пробиркаларҙың һәр береһенә шәхси штрих-код йәбештерелгән. Сортер көнөнә 10 меңгә тиклем биологик материалды эшкәртә. Автоматлаштырылған системала пробалар буталмай, кеше факторына бәйле хаталар юҡҡа сыға.
Ә бына биохимия анализаторы сәғәтенә 2 меңдән ашыу әмәлиәт башҡара. Һөҙөмтәләр табиптың электрон өҫтәленә ебәрелә. Эш шулай уҡ автоматлаштырылған. Ҡорамал ҡан алыусы лаборанттар эшен алмаштыра.
Был йыһаз гепатит б, сифилис кеүек төрлө инфекция ауырыуҙарын тыуҙырыусы матдәләрҙә антиесемдәр булыу-булмауын билдәләй. Уның өҫтөнлөгөн элекке техника менән сағыштырғанда, күрергә мөмкин. Элеккеһендә 4 кеше эшләһә, автоматлаштырылан ҡорамалда тик бер генә белгес эше талап ителә.
Заманса ҡорамалдар анализдарҙы тикшереү сифатын бер нисә тапҡырға арттырасаҡ. Ғүмәр Ҡыуатов исендәге республика клиник дауаханаһында оҙаҡламай яңы электрон микроскоп та сафҡа инәсәк. Ул күҙәнәктәр һүрәтен экранға сығарып, мәғлүмәтте электрон архивта һаҡлай.
Үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә төбәктең төпкөл ауылдары ла сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин ителәсәк. Бөтә республика буйлап стандартлаштырылған юғары хеҙмәт күрһәтеләсәк. Эшләнгән анализ төрҙәре 50-нән 400-гә тиклем артҡан. Шул уҡ ваҡытта пациенттар өсөн анализ тапшырыу тәртибе үҙгәрмәй.
Биоматериалды лабораторияларға курьер алып бара. Заманса аппаратура ентекле биоматериал һөҙөмтәләрен тапшыра. Тулы мәғлүмәт берҙәм системала һаҡланып, төрлө дауахана табиптары уның менән таныша ала. Реформа һөҙөмтәһендә республика халҡына һирәк анализдар тапшырыу мөмкинлеген киңәйтеп, уларҙың сифатын яҡшыртыу маҡсаты ҡуйылған.
Рәзилә Ғиниәтуллина




