Иҫке Балтас ауылынан килгән Альбина Хәйҙәршина ғаиләһенә Байрас исемле малай бүләк итте. Быға тиклем алты малай һәм алты ҡыҙ тәрбиәләүсе әсә тиҙҙән яҡындары менән күрешергә өмөтләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Альбина Хәйҙәршина 13-сө тапҡыр әсәлек бәхетен татыны. Быға тиклем алты малай һәм алты ҡыҙ тәрбиәләнгән ғаиләлә донъяға килгән Байрасты түҙемһеҙләнеп өйҙә көтәләр. 45 йәшлек Альбина Хәйҙәршина менән сабыйы үҙҙәрен яҡшы тоя. Быға тиклем дә бәләкәс балаларын ул Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында тапҡан.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бала табыу бүлегендә әсәйҙәрҙең һәм сабыйҙарҙың именлеге өсөн бөтә шарттар булдырылған. Пациентты хеҙмәтләндереү күрһәткестәре буйынса дауахана ил кимәлендә алдынғы учреждениелар исемлегенә индерелгән.
Дауахананың заманса матди-техник базаһы, тәжрибәле табиптары ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген күҙәтеү, бала табыуҙы имен уҙғарыу мөмкинлеге бирә.
Дауаханала төбәктә тәүгеләрҙән булып ғаиләгә бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу тәжрибәһе индерелде. Белгестәр ЗАГС бүлектәренә документтарҙы ебәреп, әсә дауахананан сыҡҡан көндө үк таныҡлыҡты тапшыра. Учреждениела бала табыусы йөҙәрләгән гүзәл зат сифатлы медицина ярҙамы алып өйҙәренә ҡайта.
Флорида Ким




