Баймаҡ районының Күсей ауылы биләмәһе халҡы урында алтын сығарыу эшен туҡтатыуҙы талап итә

Теманы БЮТ каналының хәбәрселәре дауам итә.

Күсей ерлегенең алтынға бай булыуы күптән билдәле. Тап бында уҙған быуаттың 90 йылдар башында ябай механизатор баҫыуҙа алтын киҫәге табып ала. Ул ваҡытта был биләмәлә алтын табыу эше күптән туҡтатылған була. Тик һуңғы ун йылда урында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән компаниялар эше ҡабаттан тергеҙелә. Улар эшмәкәрлегенән ауыл халҡы зыян күрә.

Урындағы халыҡ алтын сығарыусыларға тәбиғәт менән ҡырағайҙарса мөнәсәбәт итеүгә юл ҡуймаҫҡа тырыша, «Алтын юл» компанияһы тиҙҙән Оло Басай ауылы янында геологик тикшереү эшен башларға ниәтләй. Быны халыҡ иң хәүефлеһе тип һанай.

Шул уҡ ваҡытта Иҫәнбәт һәм Оло Басай ауылдары биләмәһендә тарихи- мәҙәни ҡомартҡылар урынлашҡан. Республиканың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы урында экспертиза үткәрергә ниәтләй.

«Алтын юл» компанияһы республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән геологик тикшереүҙәр үтәсәк ер участкаһын ҡуртымға алыу буйынса килешеү төҙөмәгән. Тимәк, билдәләнгән ерҙәрҙе урындағыларға сабынлыҡ итеп биреү өсөн бер нимә лә мәшәҡәтләмәй. Күсей ауыл биәләмәһе халҡы был маҡсатта ғариза бирә башлаған да инде.

Фото №1 - Баймаҡ районының Күсей ауылы биләмәһе халҡы урында алтын сығарыу эшен туҡтатыуҙы талап итә

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ