Кесе ватанға оло һөйөү менән..

Белорет районы Сермән ауылында «Атайсал» проекты урындағы табип амбулаторияһының йыһаздарын яңыртырға мөмкинлек биргән. Медицина учреждениеһына ярҙам итеүселәр Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Улар ошо ауылда ҡанат нығытып, илебеҙ баш ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөй. Дауахана бағыусыларынан үрнәк алып урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам күрһәтә башлай. Сермәндәге «Атайсал» ды БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барып күрҙе.

Сермән ауылы аҡһаҡалы Ғәффәр Ғәллиуллинға ковид кисергәндән һуң табип амбулаторияһы юлын йыш тапарға тура килә. Ҡан баҫымы күтәрелә, даими дауаланып торорға кәрәк ти ул.

2020 йылда ғына табип амбулаторияһында капиталь ремонт үтә. Әммә дауалау учреждениеһының йыһаздарын яңыртыуға бюджеттан бүленгән аҡса етмәй ҡала.Табиптар совет осоронда етештерелгән өҫтәл, ултырғыс, шкаф һәм башҡа йыһаздарҙы ҡулланырға мәжбүр була. Әмәлгә «Атайсал» программаһы ярап ҡала. Уның нигеҙендә, Мәскәүҙән, ярҙам итергә теләүселәр ҙә табыла.

Пациенттар өсөн коридорға яңы эскәмйәләр алына.Процедура бүлмәһе, терапевт һәм балалар табибы кабинеттары заманса йыһазландырыла.Табиптарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың Сермән ауылы егеттәре булыуы ишетеп урындағы халыҡ икеләтә ҡыуана.

«Атайсал» программаһы буйынса Сермән табип амбулаторияһына ярҙам күрһәтеүселәрҙең ата-әсәһе ошо уҡ медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре. Аталары Ислам Сибәғәтов ашығыс ярҙам машинаһы водителе, әсәләре Лилиә Вил ҡыҙы шәфҡәт туташы. Улдарының ярҙам итеү теләген, яҡындары «Атайсал» программаһы аша рәсмиләштерә. Һөҙөмтәлә башланғысты урындағы йүнселдәр ҙә күтәреп ала.

Табип амбулаторияһы Сермән,Ишле, Әзекәй һәм Шығай ауыл биләмәләре халҡын хеҙмәтләндерә. Пациенттар исемлегендә барлығы 4 мең ярым самаһы кеше иҫәпләнә. Аҡ халатлылар бында беренсел медицина ярҙамын күрһәтә. Көндөҙгө стационар эшләй. Әле уның карауаттарын яңыртыу маҡсаты ҡуйыла. Халҡыбыҙҙың көсөн берләштергән «Атайсал» булғанда хәл ителмәҫ мәсьәләр юҡ, тәжрибә күрһәтте, - ти сермәндәр.

Фото №1 - Кесе ватанға оло һөйөү менән..

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ