Башҡортостан Профсоюздары федерацияһы музейының яңы залы асылды

Профсоюздар йортонда бөгөн уны асыу тантанаһы үтте. Залда ойошманың 100 йыллығына бағышланған стендтар, совет осоро газета- журналдары, документтар урын алған. Фотоһүрәттәр һәм яҙмалар профсоюздарыҙың бер быуатлыҡ тарихын сағылдыра.

Китаптар, Башҡортостанда сығарылған стационар телефон, сәй сервизы, һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ залдағы элекке телевизор, комод кеүек өй йыһаздары ла үткәндәргә алып ҡайта. Ҡомартҡыларҙы профсоюз хеҙмәткәрҙәре йыйыған.

Фото №1 - Башҡортостан Профсоюздары федерацияһы музейының яңы залы асылды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ