Республикала юл соҡорҙарын ямау башланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яҙыуынса, 26 асфальт-бетон заводы эшләй. Бында юл соҡорҙарын ямау өсөн битум сығарыла. Әле һалҡын асфальт алымы менән ремонт башҡарыла. Бөгөнгә 11 меңдән ашыу соҡор ямалған. Республикала айырым порталда һәр юл соҡоро электрон системаға индерелә. Уның ярҙамында ремонт ваҡытын һәм сифатын күҙәтеп барырға мөмкин.    Юл соҡорҙарын ямау мәсьәләһе халыҡ араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юл ремонтына бәйле ҡабул ителгән. Үҙәк белгесе Урал Рисов һөйләй.

Республикала юл соҡорҙарын ямау башланды

         “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса, быйыл республикала 70 саҡрымға яҡын федераль трассаны яңыртыу планлаштырыла. М-5 һәм Өфө – Ырымбур трассалары ремонтлана.

Фото №1 - Республикала юл соҡорҙарын ямау башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ