Башҡортостанда диспансерлаштырыу башланды

Диспансерлаштырыуҙың төп маҡсаты – сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм иҫкәртеү. Быйыл республикала 1 миллиондан ашыу кешенең һаулығын тикшереү ҡарала. “Һәр кем сәләмәтлегенә яуаплы булырға тейеш”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева.

Башҡортостанда диспансерлаштырыу башланды

18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын диспансер тикшереүе үтә ала. Ауыл халҡын күсмә медицина бригадалары ҡарай.

Башҡортостанда диспансерлаштырыу башланды

Башҡортостанда 18 апрелдән “Сәләмәтлек поездары” юлға сыға. Улар алты маршрут буйынса йөрөй. Йүнәлештәр исемлеге, табиптарҙың ҡабул итеү ваҡыты менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Башҡортостанда  диспансерлаштырыу  башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ