Буласаҡ абитуриенттар академия ректоры Данияр Абдрахманов менән осрашты. Бакалавриат һәм магистратураның уҡыу программалары менән танышты, факультет декандарына һәм уҡытыусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Асыҡ ишектәр көнөнә килгән йәштәргә ҡыҙыҡлы экскурсия ла тәҡдим ителде. Егет-ҡыҙҙар Башҡортостан Республикаһының парламент тарихы музейы менән танышты.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында меңдән ашыу студент юғары белем ала. Йөҙәрләгән төрлө һөнәр эйәләренә белемен камиллаштырыу мөмкинлеге булдырылған.
Башҡортостан Башлығы идаралығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса бүлек мөдире урынбаҫары Эльвира Хәбибрахманова һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың секретариат етәксеһе Марат Шәйхулов буласаҡ абитуриенттарға тап ошо академия стеналарында алған белемдәре уңышлы карьера төҙөүгә булышлыҡ итеүе хаҡында бәйән итте.
Гүзәл Борханова




