Районда Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғиниәтулла Ҡунафин көндәре башланды. Бөгөн Красноусол ауылында уның 75 йәшлек юбилейы уңайынан тантаналы сара үтә. Ғиниәт Ҡунафин хеҙмәт юлын район газетаһы хәбәрсеһе булып башлай. Армиянан һуң юғары уҡыу йортонда, аспирантурала уҡый. Ул ошо уҡыу йортонда 40 йыл эшләй. “Ғиниәтулла Ҡунафин үҙенсәлекле уҡытыусы”, - ти педагогтың студенттары. Нурия Ғилмуллина әйтеүенсә, ул хеҙмәтен күңел һалып башҡара, янып һәм дәртләнеп эшләй.
“Йәштәргә һабаҡ биреү - изге бурыс. Ысын уҡытыусы булыу өсөн тәбиғәттән бирелгән һәләт тә кәрәк”, - тигән фекерҙә Ғиниәтулла Ҡунафин.
Ғиниәтулла Ҡунафин көндәрендә уның яҡындары, уҡыусылары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Тантаналы сара концерт менән тамамлана.







