Проект Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән инвестиция сәғәте ултырышында ҡаралды. Инвестор 130 миллион һум аҡса һалырға әҙер булыуын белдерҙе.
Продукцияны республиканың торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалыҡтары өсөн файҙаланыу күҙаллана. Проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Ҡариҙел районында иһә «Ғаилә тарихтары» тип аталған эко-отель төҙөлөшө бара. Инвестор ҡунаҡхана, кафе һәм шәхси ҡунаҡ йорттарынан торған комплекс төҙөргә иҫәп тота. Әле проекттә ғәмәлгә ашырыу өсөн 96 миллион һум аҡса тотонолған.




