Бөгөндән Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡарары менән ректор вазифаһын башҡарыусы итеп Вадим Захаров тәғәйенләнде. Вуздағы үҙгәрештәр менән сираттан тыш ғилми совет ултырышында таныштырҙылар.
Химия фәндәре докторы, профессор Вадим Петровичтың хеҙмәт юлы Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйле, бында ул оҙаҡ йылдар юғары вазифала – фән һәм инновациялар эше буйынса ректор урынбаҫары булып эшләгән. 2021 йылдың сентябренән Өфө федераль тикшеренеүҙәр институтын етәкләне.
Элекке ректорға килгәндә, Николай Морозкин вуздың президенты булараҡ эшмәкәрлеген дауам итә. Фиҙакәр хеҙмәте һәм юғары уҡыу йортон алға әйҙәүҙә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн уға Салауат Юлаев ордены, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.
Гөлназ Хәйбуллина




