Республика башлығынан ҡотлау хаты, министрҙан сәскә гөлләмәһе, халыҡ артисынан моңло йыр... Өфөлә йәшәүсе Мәрйәм һәм Мөҡәддәс Хәбибуллиндарҙың бергә йәшәүҙәренә бөгөн 75 йыл тулды. Юбиляр парҙы никах көндәре менән дәүләт органдары вәкилдәре тәбрикләне. Теманың дауамы БЮТ каналының киләһе репортажында.
Хәбибулиндарҙың иркен фатирынан иртәнән кеше өҙөлмәй. Ҡәҙерле ҡунаҡтар араһында балалар ҙа, яҡын туғандар ҙа, дәүләт эшмәкәрҙәре лә бар. Башҡалар кеүек министр Ленара Иванова ла буш ҡул менән килмәгән. Ул юбиляр парға сәскә гөлләмәһе бүләк итеп, республика башлығының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Мәрйәм һәм Мөҡәддәс Хәбибуллиндарҙың бергә йәшәүҙәренә бөгөн 75 йыл тулды. Никахтарын улар 1947 йылдың 8 апрелендә Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы ауылы советында теркәй. Ул ваҡытта Мәрйәм Силәбенән мобилизациянан ҡайтҡан була. Урамдан китеп барған зифа буйлы ҡыҙ шунда уҡ йәш егетте үҙенә ғашиҡ итә.
Мәрйәм Ғайса ҡыҙы ғүмер буйы тегенсе, Мөҡәддәс Нәбиулла улы төҙөүсе булып эшләй. Ғаилә башлығының оҫта ҡулы менән Өфөләге күп кенә объекттар, шул иҫәптән Республика йорто, нефть заводы, «Ләлә» мәсете, мәҙәниәт йорттары һәм башҡа биналар ҡалҡып сыҡҡан. Хеҙмәткә һөйөүҙе улар балаларында ла уята.
Юбиляр парҙы байрамдары менән телефон аша Айҙар Ғәлимов та тәбрикләне. Артист әле Үзбәкстанда, әммә уның башҡарыуындағы йыр оло быуын вәкилдәрен йәшлек йылдарына алып ҡайтты.
Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән пар үҙҙәренең тормошон баҡсаһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Быйыл да улар йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереп 4 ейән-ейәнсәрен, 8 бүлә-бүләсәһен ҡыуандырырға ниәтләй. Әгәр ҙә Мәрйәмем осрамаһа, бәхетле ғүмер кисерә алыр инемме, ти ғаилә башлығы.
Илдар Байбулатов







