Импортҡа алмашҡа Сермән спорт тренажеры

Белорет районында эшләп килгән предприятиеларҙың береһендә юғары технологиялы тауар етештереү яйға һалына. Ул фитнесс залдар өсөн йүгереү юлы.

Заманса спорт тренажерҙары райондың Сермән ауылында йыйыла. Машина-трактор станцияһының элекке цехтарын үҙгәртеп ҡорғандан һуң фитнесс һәм физкультура менән шөғөлләнеүселәргә тәғәйенләнгән ҡорамалдар етештергән предприятие барлыҡҡа килгән. Элек был индустрия тауарҙары тулыһынса тиерлек сит илдәрҙән индерелһә, хәҙер импортҡа алмаш бар.

Беҙҙең тауарға, баҙарҙа конкуренция көслө. Импорт күп. Әле мөмкинлек асылғанда элек сит илдән генә индерелгән яңы продукция етештереүҙе яйҙа һалабыҙ. Улар – башлыса инвалидтар өсөн ҡорамалдар, спорт дисктары, шулай уҡ йүгереү юлы.

Азат Вилданов, спорт йыһаздары етештереүсе предприятие етәксеһе

Яңыраҡ Сермән оҫталары фитнесс залдар өсөн йүгереү юлдарын йыйып ҡарарға булған. Йыһан аппараты булмаһа ла был тауарҙы юғары технологиялы тип атарға мөмкин. Ул физик күнегеү яһаусының хәлен күҙәтергә, ҡан баҫымын, йөрәк тибешен һәм хатта, тән өлөштәренә төшкән көсөргәнешлекте үлсәү мөмкинлеген бирә. Уны һанлы технологиялар һәм спорт йыһазының симбиозы тиергә лә мөмкин.

Заманса тренажер Башҡортостандың Белорет районында йыйылған. Электроникаһы, хатта компьютер программаһын да урындағы белгестәр яҙған. Әле йүгереү юлы сериялы етештереү алдынан һынау үтә.

Продукция тулыһынса Рәсәйҙә сығарылған өлөштәрҙән тора. Шуға уны санкция шарттарында ла етештергә мөмкин.

Игорь Нечаев, спорт йыһаздары етештереүсе предприятиеның производство етәксеһе

Көнбайыштың иҡтисади ҡыҫымы артҡан осорҙа Рәсәй етештереүселәренең импортҡа алмашҡа юғары технологиялы тауарҙы әҙерлек һыҙығына ҡуйыуы санкцияларҙың мөмкинлектәре осоро булыуына тағы бер дәлил. Импортҡа алмашҡа үҙебеҙҙең тауар килә. Баҙарҙа ул мотлаҡ урынын табыр, ти белгестәр.

Фото №1 - Импортҡа алмашҡа Сермән спорт тренажеры
Башбат

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ