Беҙҙең КА-32. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республика өсөн Күмертау авиация предприятиеһында етештерелгән янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу вертолеты тураһында яҙып сыҡты.
«Былтырғы эҫе йәйҙе һәм урман янғындарын хәтерләйһегеҙҙер. Күп кенә биләмәләрҙә беҙгә тап вертолет техникаһы етешмәне. Тәбиғәт ғәрәсәтенә ҡаршы көрәштә беҙҙең хәҙер ышаныслы ярҙамсыбыҙ барлыҡҡа килде. Вертолет 4 мең литр һыу һәм 400 литр күбек һыйҙырышлы. Һыу ятҡылығынан бакты 1 минут эсендә тултырырға мөмкин. КА-32 ҡеүәтле прожектор менән йыһазландырылған. Шуға уның ярҙамында төнгө ваҡытта ла эҙләү эштәрен алып барырға мөмкин. Тауыш көсәйткес ҡуйылған. Ҙур йөктәрҙе ташыуға тәғәйенләнгән элмәге лә бар. Ҡатмарлы һауа шарттарын алдан асыҡлау өсөн метеорадар менән йыһазландырылған.
Ташҡын ваҡытында вертолет йылғаларҙағы хәлде һауанан күҙәтергә һәм тығындарҙы ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә. Туристар әүҙем осорҙа кешеләр күпләп йыйылған урындарҙы билдәләргә һәм талап ителгәндә эвакуациялау эштәрен ҡулайлаштыра
Вертолеттың тап Күмертау заводында йыйылыуына айырыуса ҙур ғорурлыҡ тоябыҙ. Күптән түгел генә, предприятие бөлгөнлөк сигенә еткәйне. «Ростех» корпорацияһына ингән «Рәсәй вертолеттары» холдингы һәм шәхсән уның етәксеһе Анатолий Сердюков ярҙамында хәлде тотороҡландырыуға өлгәштек. Былтыр ғына етештереү күләме бер ярым процентҡа артҡан. Әлбиттә, киләсәккә пландар ҙур. Артабан тағы әүҙемерәк эшләйәсәкбеҙ», – тип белдергән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.




