Бөгөндән Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡарары менән ректор вазифаһын башҡарыусы итеп Вадим Захаров тәғәйенләнде. Вуздағы үҙгәрештәр менән сираттан тыш ғилми совет ултырышында таныштырҙылар. Осрашыуҙа федераль һәм республика власть органдары вәкилдәре лә ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы ағзалары яңы ректорҙы аяғүрә баҫып алҡышлап ҡаршы алды. Химия фәндәре докторы, профессор Вадим Захаров педагогик коллективҡа яҡшы таныш. Юғары уҡыу йортонда ул туғыҙ йылға яҡын фән һәм инновациялар эше буйынса ректор урынбаҫары булып эшләй. 2021 йылдың сентябренән Өфө федераль тикшеренеүҙәр институтын етәкләй. Һәм бына бөгөндән ул классик вузға яңы вазифала эшкә ҡайтты.
Николай Морозкин Башҡорт дәүләт университетының президенты итеп тәғәйенләнде. Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм юғары уҡыу йорто үҫешенә индергән өлөшө өсөн уға Салауат Юлаев ордены, Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.
Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары, статс-секретарь Петр Кучеренко билдәләүенсә, республика етәкселеге фән һәм юғары белем биреү үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Ректораттағы үҙгәреш - төбәктә ҙур вуз булдырыу буйынса алып барылған етди эштең дауамы.
Эш сәфәре барышында Петр Кучеренко Өфө дәүләт авиация техник университетының ғилми советы, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге колективы менән дә осрашып, заман шарттарында республикала фән һәм юғары белем биреүҙе үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Шулай уҡ федераль етәксе Өфө археология һәм этнография музейында экскурсияла булып, «Сармат алтыны» күргәҙмәһен ҡараны.
Гөлназ Хәйбуллина




