Хыял урамындағы хыял. Өфөнөң Дим районында «Көмөш шишмә» биҫтәһендә йәшәүселәр юл булмауға зарлана. Әлеге ваҡытта «Хыял» урамында төҙөкләндереү эштәре алып барылыуға бәйле, Генерал Күсимов урамы, 11-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр хәүефле юлдарҙан йөрөргә мәжбүр. Мәсьәлә менән ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Елена өсөн коляска менән урамға сығыу квестҡа тиң. Ҡар ирей башлағандан бирле, ул ҡыҙын саф һауаға сығара алмай. Әсәләр өсөн балалар менән кибеткә сығыу үҙе бер һынау. Бәләһе - юл юҡлығы.
Елена Логинова, Күсимов урамы, 11-се йорт адресы буйынса йәшәүсе
Өс аҙнанан ашыу инде ныҡ бысраҡ. Коляска менән үтерлек түгел. Ҡырсынташты ла яңыраҡ ҡына һалдылар. Балалар ошо бысраҡтан йөрөй.
Гөлкәй Аҡманова, Күсимов урамы, 11-се йорт адресы буйынса йәшәүсе
Тәгәрмәстәргә бысраҡ тығыла, беҙгә поликлиникаға, балалар баҡсаһына йөрөр кәрәк. Такси килмәй.
Такси түгел, ихатаға үтеү шәхси машиналарға ла ҡатмарлы. Техникалары боҙолоп, ҡайһы бер хужаларға автомобилдәрен ремонтларға ла тура килгән. Ҡырсынташ бер көн элек кенә һалынған. Уныһы ла тик өлөшләтә...
Был йәйәүлеләр өсөн берҙән-бер юл. Көн дә уҡыусыларға мәктәпкә хәүефле юлдан йөрөргә тура килә. Оло юлдан ихатаға инер өсөн, башта күперҙән үтеп, һуңынан бетон плитанан атларға кәрәк. Етмәһә, тирә-яҡта сүп-сар ята.
Сүп-сар бәләһе бәлә лә түгел. Урамдар яҡтыртылмау сәбәпле, ата-әсәләр балаларын мәктәпкә фонарь яҡтыһында оҙатырға мәжбүр. Берәҙәк эттәр ҙә хәүеф тыуҙыра. Туҡтап ҡалған төҙөлөштө уратҡан тимер ҡоймалар көслө ел сыға ҡалһа, осоп китергә әҙер. Урында йәшәүселәр үтенес менән бер нисә тапҡыр район хакимиәтенә мөрәжәғәт тә иткән. Әммә мәсьәлә хәл ителмәгән.
Баш ҡаланың Дим районы хакимиәте участкала тәртип урынлаштырыу саралары күрәсәк. Хыял урамында юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина



