Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. "Ял көнөндә экологик акцияла ҡатнашыу өсөн ваҡыт табыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Яҙ етте, ике аҙнанан "Йәшел Башҡортостан" акцияһын башлайбыҙ. 49 мең ағас һәм ҡыуаҡ әҙерләнде. Беҙҙең республика тағы ла таҙараҡ һәм матурыраҡ булыуын теләйбеҙ", ти Радий Хәбиров.








