Унда мөмкинлеге булған кеше ниндәйҙер ризыҡ йә әйбер һала, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәклеһен бушлай алып китә. “Саҙаҡа биреү – мосолман өсөн изге ғәмәл һанала. Район үҙәгендә урынлашҡан изге кәштә Рамаҙан айы буйына эшләп торасаҡ. Мохтаж булғандар тартынмаһын, рәхим итеп алһындар”, ти “Хәләл” магазины хужаһы Фәнис Юлмөхәмәтов.







