Отошло сауҙа. Өфөнөң Спорт һарайы алдында үткән ауыл хужалығы йәрминкәһенә халыҡ был аҙнала ла күпләп йыйылды.
Сауҙала һөт, ит, йәшелсә, бал, көнбағыш майы һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде. Крәҫтән-фермер хужалыҡтарында етештерелгән аҙыҡ-түлек ҡала халҡында ҙур һорау менән файҙалана, Һатып алыусылар ризыҡтарҙың экологик яҡтан сифатлы булыуын билдәләй. Өҫтәүенә, хаҡтар ҙа магазиндарға ҡарағанда түбәнерәк.
Әлфинә Килдейәрова







