Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем агросәнәғәт комплексы предприятиеларына урынлашып кәм тигәндә алты ай эшләгән йәштәр 500 мең һум ала ине. Арттырылған күләмдә дәүләт ярҙамын киләһе йыл башынан ала башлаясаҡтар.
Ауыл хужалығында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән программала 53 белгес ҡатнашып 30 миллион һумдан ашыу дәртләндереү саралары алған. Ейәнсура районында агрсәнәғәт комплексына белгестәр мәктәп эскәмйәһенән әҙерләнә. Абҙан мәктәбендә Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә агрокластар асылған. Унда балалар йәшелсә,емеш-еләк үҫтереү серҙәрен фән кимәлендә өйрәнә. Буласаҡ агрономдар менән Айнур Кәбиров осрашты.
Бишенсе класта уҡыған Рифат өсөн хәҙер дәрестәрҙән һуң да уйын ҡайғыһы түгел. Уны компьютер ҙа, гаджеттар ҙа ҡыҙыҡһындырмай. Малайҙың эше ҡаты, ул үҫемлектәр менән тәжрибәләр уҙғара. Төрлө алымдар менән сәскәләр үҫтерә.
Хәйер, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү менән Абҙан уҡыусылары быға тикелем дә шөғөлләнгән. Ләкин агрокласс барлыҡҡа килеү менән улар был шөғөлдәрен фәнгә нигеҙләнеп башҡара. Һөҙөмтәләр күҙгә күренерлек, ти уҡыусылар. Һәр хәлдә мәктәптә балалар сәскән үҫентеләр, йортта ата-әсәләр ултыртҡан йәшелсәләргә ҡарағанда тиҙерәк тә, нығыраҡ та баш ҡалҡытҡан.
Агрокласс «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәктәре селтәре сиктәрендә ойошторолған. Лаборатор ҡорамалдар, тәжрибә уҙғарыу өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алынған. Балаларға төплө белем биреү өсөн уҡытыусылар үҙҙәре лә Башҡорт дәүләт аграр университетында белемен камиллаштырған.
Мәктәп уҡыусыларын әленән үк аграр университет профессорҙары уҡыта. Дәрестәрҙә йыш ҡына баш ҡалалағы уҡыу йорто менән теле күпер ойошторола. Һөнәри йүнәлеште үҫмер саҡтан биреү киләсәктә кадрҙар мәсьәләһен яҡшыртасаҡ, тип ышана ауыл хужалығы белгестәре лә.
Әлегә уҡыусыларға ҙур теплица комплекстарын уҡыу бүлмәләре, ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларын мәктәп яны баҡсаһы алмаштыра. Әммә үҫмеҙәр әленән үк алған белемен ҡулланып үҙ хужалығын рентабелле итеүгә өлгәшә.
Айнур Кәбиров




