Федераль программа буйынса дөйөм белем биреү ойошмалары төҙөкләндерелә. Беҙҙең республикала алдағы 5 йылда 100-ҙән ашыу мәктәпте ремонтлау ҡаралған. Ишембай районында 7 белем биреү усағы төҙөкләндерелә. “Кинйәбулат урта мәктәбендә ремонт башланды”, - ти Ишембай районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Исмәғилев.
Федераль программа 2026 йылғаса иҫәпләнгән. Мәктәп ремонты өсөн быйыл республикаға яҡынса 3 миллиард һум бүленә.







