Боронғо кейемдәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған замандаштарыбыҙ ошондай фекерҙә. Белорет ҡалаһында йәшәгән Алһыу Мәхмүтова яҡын кешеһенең селтәрен ғаиләләге иң ҡәҙерле йәдкәр тип иҫәпләй.
Республикала Милли кейем көнө уңайынан байтаҡ саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, “Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталары халыҡ-ара конкурсындағы иң яҡшы өлгөләр күргәҙмәһе ойошторола. “Халыҡтың сигелгән тарихы” тип аталған экспозицияла республикала йәшәгән милләт вәкилдәренең таҫтамалдарын күрергә мөмкин. Өфөлә милли костюм үҙенсәлектәренә арналған түңәрәк өҫтәл була. 16 апрелдә “Арт-КВАДРАТ”та милли кейемдәр күрһәтелә, еңел сәнәғәт тауарҙары йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре уҙа. Милли кейем көнө апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә.







