Ул ике йылға иҫәпләнә. Ҡатнашыусыларҙы махсус иҡтисади биләмә булдырырға, уны үҫтерергә өйрәтәләр. Программаны Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Технопарктар, кластерҙар ассоциацияһы әҙерләгән. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, компаниялар ышаныслы бизнес-проекттар төҙөй ала, уларҙың конкуренция мөмкинлектәре яҡшыра.





