Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыу, сәнәғәтте үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында ла һүҙ барҙы. Улар хаҡында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
30 миллиард 200 миллион һумға иҫәпләнгән 87 проект. Һандар Башҡортостан сәнәғәт үҫеше фондының эш һөҙөмтәләре хаҡында асыҡ һөйләй. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә лә алдынғылар иҫәбендә. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса илдең дөйөм рейтингында 5-се урын.
Башҡортостан башлығы фондтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ул яңы проектарға, кластерҙар эшмәкәрлегенә тос өлөш индерә, тине Радий Хәбиров. Әле Республикала авиация, машиналар эшләү һәм сәнғәт электроникаһы кластерҙары бар, тиҙҙән мебель буйынса ла эш башлай.
Оператив кәңәшмәлә 112 системаһының эшмәкәрлеге хаҡында ла һүҙ барҙы. Операторҙар тарафынан 3 йыл эсендә 7 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән һәм эшкәртелгән. Ә көн һайын ашығыс ярҙам һорап 7 меңгә яҡын кеше шылтырата.
Ашығыс хеҙмәттәргә лә, төбәк менән идара итеү үҙәгенә лә яҙ миҙгелендә шылтыратыуҙар күбәйә. Халыҡты ташҡын, соҡорҙарҙы ремонтлау, сүп-сарҙы таҙартыу, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү менән бәйле һорауҙар борсой. Радий Хәбиров Баймаҡта үҙәк майҙанды төҙөкләндереү барышын да тәнҡитләне. Был проект "Үҙгәрештәр еле" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан, әммә уны тормошҡа ашырыу тейешле кимәлдә түгел.
Оператив кәңәшмәлә коммуналь хеҙмәттәрҙе көсәйтелгән режимға күсерергә ҡушылды. Бысраҡ күп йыйылған, Салауат Юлаев проспекты айырым иғтибар талап итә, тине Радий Хәбиров. Экологик өмәләрҙе лә башлау мотлаҡ.
Башҡортостан башлығы муниципаль берәмек етәкселәренә бер аҙна эсендә урамдарҙы, ихаталарҙы таҙартыу, тәртипкә килтереү бурысын ҡуйҙы. Сөнки быйыл яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк килеү сәбәпле, биләмәләр ҡарҙан әрселеп бөткән тиерлек һәм ҡыш буйы йыйылған бар сүп-сар өҫкә ҡалҡып сыҡҡан. Мәғлүм булыуынса, элекке йылдарҙа экологик өмәләр 1 майға тамамлана ине.
Рәмзиә Кәримова





