Соҡор-саҡырҙарҙың яртыһынан ашыуы һалҡын асфальт ҡатнашмаһы менән ямалған. Көндәр йылыныу менән республикала асфальт-бетон заводтары ла эш башланы. Иң эре дәүләт подрядсыһы һаналған «Башкиравтодор» йәмғиәте эшмәкәрлеге менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.
Ҡышҡы тәнәфескә туҡтап торғандан һуң «Башкиравтодор» йәмғиәтенең асфальт-бетон заводтарында йәнә ҡыҙыу эш миҙгеле. Был көндәрҙә улар эҫе асфальт етештереүгә тотонған. Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылындағы предприятиеның етештереү ҡеүәте сәғәтенә 40 тонна. Миҙгел дауамында уның хеҙмәткәрҙәре алдында 30 мең тоннаға яҡын асфальт сығарыу бурысы ҡуйылған.
Тәүге көндән алып хеҙмәткәрҙәр сифатлы асфальт өсөн тырыша. Бының өсөн улар битумды оптималь температураға тиклем йылыта. Был мөһим технологик факторҙарың береһе, ти белгестәр. Заводтан сыҡҡан асфальттың температураһы 150 градус тирәһе эҫе булырға тейеш. Алынған проба артабан лаборатор шарттарҙа дәүләт стандарттарына тикшерелә.
Быйыл Ҡырмыҫҡалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығына 900 километрға яҡын юлдарҙы хеҙмәтләндереү бурысы ҡуйылған. Шуның 300 километрҙан ашыуы Архангел районында. Әлегә ваҡытта хеҙмәткәрҙәр өс бригадаға бүленеп соҡорҙарҙы ямау менән мәшғүл. Бындай эштәр бөгөн республиканың башҡа төбәктәрендә лә йылдам бара.
Уңайлы һауа шарттары урынлашыу менән республиканың юл ремонт төҙөлөш идаралыҡтары күләмле эштәргә, йәғни асфальт һатыуға тотона. Йылдағыса эштәрҙең байтаҡ өлөшөн «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыу ҡарала.
Илдар Байбулатов




