Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе йәмәғәт транспортында түләү системаһын берләштерҙе. Уға ярашлы, «Алға» картаһы күршеләрҙә лә ғәмәлдә була, ә Ырымбурҙағы транспорт картаһы менән беҙҙә ҡулланырға мөмкин.
Проектҡа ике төбәктән 5 меңдән ашыу йәмәғәт транспорты ҡушылды. Киләсәктә Пермь крайы, Силәбе өлкәһе, Татарстан һәм Удмурт республикаһы менән дә ошондай килешеү төҙөү ҡарала.







