15 йыл сәхнәлә...Яңы форматтағы шоу .. Тере тауыш.. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсуриндың концерты аншлаг менән үтте. Халыҡ яратҡан артисы сығышын аяғүрә баҫып алҡыштарға күмде. Республикабыҙҙың иң моңло йырсыһының ижад байрамынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Мөхәббәткә һәм наҙға сорналған сағыу шоу- программаһында Заһир Иҫәнсурин башҡарыуында тиҫтәләгән яңы йыр яңғыраны. Республиканың төп концерт залында йырсының ижадын үҙ иткән, йырҙарынан күңел йыуанысы тапҡан, рухи көс алған тамашасы йыйылған.
Йырҙарҙы оҙаҡ йылдар дауамында күңелемдә йөрөтәм, уларҙы башҡарыуҙа юғары оҫталыҡҡа еткәс кенә киң тамашасы хөкөмөнә сығарам, ти Заһир Иҫәнсурин. Рөстәм Ғиззәтуллин менән берлектә ижад иткән «Әсә көтә улын» ,»Ғәйепләмә» йырҙары премьераһын халыҡ йылы ҡабул итте, ихлас алҡыштарға күмде.
Ижадсы репетуар һайлауға ла, үҙенә лә бик талапсан. 15 йыллыҡ бенефисына ла ул йырҙарҙы зирәк һәм моңға әүәҫ улы Муса , продюсеры һәм тормош иптәше Рита Ришат ҡыҙы менән бергәләп һайлаған.»Умырзая», «Күҙ нурым»,» Өс яҡлы мөхәббәт», «Атай» йырҙары Заһир Иҫәнсурин башҡарыуында хитҡа әүерелгән.
Яңы форматтағы шоу программала йырсы башҡарыуында джаз, блюз, рок йүнәлешендә лә йырҙар яңғыраны. Йырсының бенефисында Ҡазандан ижадташ дуҫтары Зинира менән Ризат Рамазановтар, Заһир Зәйнетдин, Заһир Байыҡ та сығыш яһаны. Тамашасы ла бүләкһеҙ ҡалманы. «Ҡарағай» шифаханаһына юллама алып ҡыуанды.
Заһир Иҫәнсуринға моңло тауыш тәбиғәттән бирелгән. Баҫалҡы һәм тыныс темта башҡарылған йырҙары йәрәктәргә үтеп инә. Йыр уның өсөн һөнәр. Әйтер һүҙен йыр аша белдерә. Шуның менән бәхетле лә ул.
Гүзәл Борханова




