Туғыҙ йыл сиратта торғандан һуң да фатир ҙа, аҡса ла юҡ

Йыл башында Өфөлә йәшәүсе Кәримовтар торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән сертификат ала. Ләкин Ҡала хаимиәте аҡсаны күсерергә ашыҡмай. Хәҙер күп балалы ғаилә ике ипотека түләргә бурыслы. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Ун йылдан ашыу табип булып эшләгән Илдар Кәримовҡа пациенттар ғүмере өсөн генә түгел, ә үҙ хоҡуҡтары өсөн дә көрәшергә тура килә. Йәш ғаилә өй шарттарын яҡшыртыу маҡсатында 2013 йылда маҡсатлы программаға сиратҡа баҫа. Ниһайәт, быйыл сертификатҡа таныҡлыҡ ҡағыҙын алыуға ла өлгәшәләр. Тик Кәримовтар иртәрәк шатланған булып сыға.

Илдар Кәримов дәүләттән бүленгән 1 миллион 680 мең һумлыҡ сертификатты яңы фатир һатып алыу өсөн ҡулланырға ниәтләй. Ләкин Ҡала хакимиәте әле йәшәп ятҡан фатирҙың ипотекаһын, йәғни 280 мең һумды түләп бөтөрөргә тәҡдим итә. Ә ҡалған сумманың яҙмышы - билдәһеҙ. Күп балалы ғаилә бының менән риза түгел. Өҫтәүенә, яңы фатирға килешеү төҙөлгән, сертификатты ҡулланыу өсөн республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан ризалыҡ та алынған.

Йәшәү шарттарын яҡшыртыу программаһы сиктәрендә ипотекаға юлланған фатирҙың төҙөлөшөн Кәримовтар тәҙрә аша күҙәтә. Уның алыҫ булмауы – күп балалы ғаиләгә бик уңайлы. Эргәлә балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә эшләп килә. Яңы өс бүлмәле фатир киләһе йылдың башында сафҡа инер тип көтөлә. Тик бына өй туйлауға әҙерләнеү урынына Кәримовтар судҡа ҡағыҙҙар юллай башлаған.

Программа уйлап сығарылған һәм эшләй икән, аҡсалар ҙа теүәл күсерелергә тейеш. Кәримовтарға торлаҡтарын яҡшыртыу өсөн 1 миллион 680 мең һум бүленгән, ләкин ҡала хакимиәте әле йәшәп ятҡан фатирҙың ипотекаһын ҡапларға ниәтләй. Ул бүленгән сумманан күпкә әҙ – 300 мең һум тирәһе. Әлбиттә, күп балалы ғаиләгә был оҡшамай.

Игорь Мурзин, адвокат

Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.

Йәш ғаиләләргә социаль түләү тураһындағы таныҡлыҡты республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы раҫлаған исемлектәр буйынса Өфө хакимиәте бирә. Ҡала хакимиәте үҙ эшендә Торлаҡ тураһындағы закондарға һәм социаль түләүҙәрҙе биреү ҡағиҙәләренә таяна.

Лариса Сәлихова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йәш ғаиләгә 300 мең һумға яҡын сумма күсерелеүе ихтимал, ҡалғаны республика бюджетынан ҡайтарыласаҡ. Әммә торлаҡ өсөн тәғәйенләнгән законлы сертификатты Кәримовтар суд аша алырға ниәтләй.

Фото №1 - Туғыҙ йыл сиратта торғандан һуң да фатир ҙа, аҡса ла юҡ
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ