Бөгөн башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың тыуыуына 135 йыл

Ошо уңайҙан рассамдың ҡәберенә сәскәләр һалынды.

Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһында тыуған. Санкт-Петербургтағы Юғары художество-сәнәғәт училищеһын тамамлағандан һуң Өфөгә әйләнеп ҡайта.

Бында ул төрлө түңәрәктәр ойоштороп, тәүге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Картиналарында башҡорттарҙың көнкүрешен сағылдыра, ябай халыҡты күҙәләндерә. Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Һунарсы башҡорт», «Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе», «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» кеүек картиналары киң билдәле.

Тәүге профессиональ башҡорт рәссамының тыуған көнөндә уның ҡәбере таҙартылды, сәскәләр һалынды. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, рассамдың исемен йөрөткән республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡтыусылары һәм Башҡортостандың рәссамдар союзы ҡатнашты.

Фото №1 - Бөгөн башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың тыуыуына 135 йыл

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ