Республикала “112” системаһының мобиль ҡушымтаһы булдырыла

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Ведомство етәксеһе Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән ултырышта башҡорт телендә сығыш яһаны.

Республикала “112” системаһының мобиль ҡушымтаһы булдырыла

Башҡортостанда 112 системаһы 2019 йылда индерелде. Ошо осорҙан башлап 7 миллиондан ашыу шылтыратыу эшкәртелгән. Үҙәккә көн һайын 7 мең самаһы мөрәжәғәт ҡабул ителә. Системаны камиллаштырыу һәм мөмкинлектәрен арттырыу буйынса даими эш алып барыла. Фәрит Ғүмәров дауам итә.

Республикала “112” системаһының мобиль ҡушымтаһы булдырыла

Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 112 системаһына ялған хәбәр еткереүселәр ҙә бар. Бер йыл элек бөтә хәбәрҙәрҙең 37 процентты дөрөҫлөккә тап килмәһә, быйыл был күрһәткес 19 процентҡа ҡалған. 112 системаһы тәүлек әйләнәһе эшләй.

Фото №1 - Республикала “112” системаһының мобиль ҡушымтаһы булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ