Луганск һәм Донецк республикалары Башҡортостандан оҙатылған дүртенсе гуманитар ылауҙы ҡабул итте. Автоклоннаны оҙатып барыусыларҙың береһе, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов һөйләй.
Луганск Халыҡ Советы депутаты Александр Ярмольник әйтеүенсә, бөгөн республика бөтә төр ярҙамға мохтаж.
Башҡортостанда бишенсе гуманитар ылау йыйыу башланған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был эштә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. “Беҙ Луганск һәм Донецк республикаларына артабан да ярҙам итәсәкбеҙ”, - тине.







