112 системаһы көн һайын 7 мең самаһы шылтыратыу ҡабул итә

Кешеләр ашығыс хеҙмәттәрҙе “бер тәҙрә” принцибы буйынса саҡырта ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, системаны камиллаштырыу һәм мөмкинлектәрен арттырыу буйынса даими эш алып барыла.

112 системаһы көн һайын 7 мең самаһы шылтыратыу ҡабул итә

Республикала “112” системаһының мобиль ҡушымтаһы булдырыла. Өфө, Белорет, Нефтекама, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларында Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте диспетчерын саҡырыу төймәләре булған домофондар һынау үтә. Бынан тыш, баш ҡалала “аҡыллы” туҡталыш павильондарын 112 системаһына тоташтырыу бара.

Фото №1 - 112 системаһы көн һайын 7 мең самаһы шылтыратыу ҡабул итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ