Райондың Икенсе Этҡол ауылы ирекмәндәре оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәткән. “Беҙ һуғыш йылы балалары, ауылыбыҙҙың инәй-олатайҙарына иғтибар һәм хөрмәтебеҙҙе белдерҙек, йорт эштәрен башҡарҙыҡ”, - ти мәктәп волонтеры Әҙилә Иҫәнғужина.
Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары ирекмәндәр хәрәкәтенә быйыл ҡушылған. “Маҡсатыбыҙ сафтарҙы киңәйтеү”, - ти белем усағы директоры Гөлйемеш Ишмурзина.
Баймаҡ районында 200-гә яҡын ирекмән теркәлгән.







