Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан етәкселеге Федераль экология операторы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында мөһим килешеү төҙөнө. Шулай уҡ Радий Хәбиров ситтән тороп «Полиэф» компанияһының Ҡояш электр станцияһын сафҡа индерергә рөхсәт бирҙе. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Благовещендағы сәнәғәт предприятиеһы Ҡояш электр станцияһын сафҡа индереп, эшмәкәрлегендә «йәшел» энергетика ҡуллана башланы.
Һигеҙ гектар майҙанда урынлашҡан инженер ҡоролма ун меңдән ашыу панель менән йыһазландырылған. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтелгәйне. «Полиэф» компанияһының башланғысы республика етәкселеге тарафынан хуплап ҡабул ителде. Радий Хәбиров «Экология форумы»нда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, күләмле сара сиктәрендә тармаҡ өсөн мөһим һорауҙар күтәреләсәген дә билдәләне.
Башҡортостан «Федераль экологик оператор» менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Республика биләмәһендәге экологик яҡтан зарарланған объекттарҙы юҡ итеү бурысы ҡуйылған. Шул иҫәптән элекке «Өфө химия сәнәғәте» заводында ла рекультивация башланыр тип планлаштырыла.
Пленар ултырышта «Төбәктең экологияһы. Тармаҡ үҫеше» мәсьәләләре ҡаралды. Республикала сүп-сарҙы сорттарға бүлеү, эшкәртеү буйынса заманса предприятиелар төҙөлөшө лә планлаштырыла. Форумда был йүнәлештә мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. «Экология һәм технологиялар» тип исемләнгән махсуслаштырылған күргәҙмәлә иһә төбәк операторҙары уңышлы тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Әйтәйек, фандомат ярҙамында халыҡтан пластик һауыттарҙы йыйыу процессы йәнләнер тип көтөлә.
Экология форумы - ҙур мәғрифәтселек майҙансығы ла. 13 апрелдә бында йәштәр өсөн «Йәшел киләсәк» тип исемләнгән сара планлаштырылған. Студенттар экология буйынса проекттар яҡлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта улар «Ер һаҡсылары» тип исемләнгән уйында һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.
Форумдың тәүге көнөндә Өфөнөң балалар экология-биология үҙәктәре үҙҙәренең экспозициялары менән сығыш яһаны. Үҫеп килгән быуын парк һәм ихата алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса проекттарын тәҡдим итте. Радий Хәбиров айырыуса «Ҡурай-парк» макетын оҡшатты. 46-сы лицей уҡыусыларының идеяһын тормошҡа ашырыу юлдары барланасаҡ.
Сараның төп маҡсаты – халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү. Балаларҙың проекттарында ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш сағылыш тапты.
Күргәҙмәлә илдең алты төбәгенән ҡырҡҡа яҡын компания ҡатнаша. Улар ҡала мөхит уңайлыраҡ эшләү, төҙөкләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса заманса технологиялар менән таныштырҙы. Халыҡ иғтибарына төҙөлөш материалдары экспозицияһы тәҡдим ителде. Сара сиктәрендә «Башҡорт ихатаһы» республика программаһы буйынса башҡарылған эштәр ҙә юғары баһаланды.
Гөлназ Хәйбуллина




