Бөгөн төбәк халҡы Серафимовка ауылында тыуып үҫеп, контракт буйынса хеҙмәт иткән Данис Рыбаков менән хушлашты. 23 йәшлек егет Украиналағы махсус операцияла һәләк булған. Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.
Иртәнән алып Серафимовка ауылы үҙәгендәге майҙан халыҡ менән шығырым тулы. Күптәрҙең күҙҙәренә йәш тығылған. Яҡташтары Данис Рыбаковтың үлеме тураһында хәбәрҙе бик ауыр кисерә. Һуңғы ике йыл ярым ғүмерен Ватанына хеҙмәт итеүгә арнаған егет Украиналағы махсус операцияла батырҙарса һәләк була.
Данисҡа бер ай элек кенә 23 йәш тулған булған. Тыуған ауылында 9-сы класты тамамлаған егет артабан Туймазы агросәнәғәт колледжында белем ала. Студент йылдарында ул уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай. Практика ваҡытында комбайнда икмәк урып та өлгөрә.
Ҡулына диплом алған егет артабанғы яҙмышын илдең ҡораллы көстәре менән бәйләй. Контракт төҙөп Ырымбур өлкәһендәге хәрби частәрҙең береһенә юллана. Данис ғүмеренең аҙағына тиклем Ватанына тоғро ҡалды, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте, беҙ уны бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, тине Тоцкиҙан килеүсе яҡташыбыҙҙың хеҙмәттәше.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Дәүләт наградаһын Радий Хәбиров ефрейторҙың әсәһенә тапшырҙы.
Ҡулына автомат алғанға тиклем Туймазы егете ғаилә ҡороп өлгөрмәгән булған. Әле ауылда уның әсәһе менән ҡустыһы ҡалған. Республика башлығы мәрхүмдең яҡындарын бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты. Сөнки Данис Рыбаков барыбыҙға ла батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
Илдар Байбулатов







