Өфө-Арена боҙ һарайы майҙанында Еңеү парадының тәүге репетицияһы үтте

Сарала Федераль власть органдары хеҙмәткәрҙәре, республиканың диңгеҙ йыйылышы һәм хәрби бәрелеш ветерандары, юнармеецтар, кадеттар һәм курсанттарҙан торған 20 парад расчеты, йәғни мең ярымлап кеше ҡатнашты. Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙына арналған байрамға быйыл беренсе тапҡыр Эске эштәр министрлығының кинологтар хеҙмәте менән һыбайлыларҙың да ҡушылыуы көтөлә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, улар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов кавалерияһын һынландырыу өсөн махсус йыйылған. Ә инде 5-се һәм 7 майҙа Еңеү парадының дөйөм репетицияһы Өфөнөң Ленин майҙанда үтә. Унда йәйәүлеләр менән бергә хәрби техникалар ҡатнашыр тип көтөлә.

Фото №1 - Өфө-Арена боҙ һарайы майҙанында Еңеү парадының тәүге репетицияһы үтте

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ