«Ҡунафин көндәре». Ғафури районының данлыҡлы улы, арҙаҡлы шәхес Ғиниәт Ҡунафиндың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы әҙәби осрашыуҙар үтте. Бер-нисә көн дауамында барған күркәм сара хаҡында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Ғиниәт Ҡунафиндың тамырҙары Сәйетбаба ауылынан. Ғафури районының һәр ауылында абруйлы ғалим, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторын ҡолас йәйеп ихлас ҡаршылайҙар. Республика һәм район мәктәптәрендә уның элекке студенттары балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләй. Ғиниәт Ҡунафин да белем эстәп, яуаплы вазифаларҙа эшләүсе быуын вәкилдәре тап уның студенты булыуы менән хаҡлы ғорурлана.
Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, халыҡ-ара төркиәт академигы, «Салауат Юлаев» ордены», «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы кавалеры, профессор... Был юғары һәм маҡтаулы исемдәргә Ғиниәт Сәфиулла улы тырышлығы, эгәрлелеге, әҙәбиәт ғилемендә тәрән әҙләнеүҙәре өсөн лайыҡ. Ғалим 900-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 60-ҡа яҡын монография, вуз һәм мәктәптәр өсөн дәреслектәр, ғилми-популяр китаптар авторы.
Ғиниәт Ҡунафин тыуған районы мәктәптәре менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә , йәштәр араһында профориентация эшен үткәреүҙе алғы планға ҡуя.
Ғафури районында «Ҡунафин көндәре» киң ҡолас менән ойошторолдо. Әҙәби сараларҙа райондың бөтә мәктәптәре лә әүҙем ҡатнашты. Әҙәбиәт ғилеме белгесе, профессор Ғиниәт Ҡунафин тыуған ерендә башҡорт теле аша быуындар күсәгилешлеге һаҡланыуына ҡыуаныс тойғоһон, ә байрамды ойоштороусыларға ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Гүзәл Борханова




