Бәләбәйҙәге «Автонормаль» предприятиеһына 50 йыл

Бәләбәй ҡалаһына сәфәре барышында Башҡортостан башлығы «Автонормаль» акционерҙар йәмғиәте коллективын предприятиеның 50 йыллығы менән тәбрикләп хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Автонормаль» «Ростех» дәүләт корпорацияһы составында эшләй.

Предприятиела илебеҙҙә йыйылған «ВАЗ», «УАЗ», «Камаз» һәм «Газ» автомобилдәре өсөн деталдәр сығарыла. Машиналар эшләү сәнәғәтендә Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Импортты алмаштырыу һәм көнбайыштан технология мөстәҡиллеге тураһында һүҙ күтәргәндә, әлбиттә, тәү сиратта «БЕЛЗАН» предприятиеһын күҙ уңында тотоу мөһим.

Шуға ла уның етештереү ҡеүәттәрен артабан камиллаштырыу һәм Белоруссияның «МАЗ» автомобилдәрен етештереүселәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары барлана. Радий Хәбиров «Автонормаль» заводы коллективын тәбрикләп, предприятиеның Башҡортостан сәнәғәте өсөн алыштырғыһыҙ ҙур әһәмиәте булыуын билдәләне.

Фото №1 - Бәләбәйҙәге «Автонормаль» предприятиеһына 50 йыл
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ