Ошо маҡсатта 124 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл ойошмала яңы ике линия эшләй башлаған. Яңы эш урындары булдырыу һәм йылына 40 миллион литр һыуҙы һатыуға сығарыу күҙаллана. Ҡатмарлы иҡтисади шарттар предприятие үҫеше өсөн кәртә түгел. Һәр кемгә таныш минерал һыу нисек етештерелә? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Тап-таҙа һыу артабан шешәләрәгә ҡойола. Ассортиментта балалар өсөн дә һыу бар, был минерал һыуҙың юғары сифаты тураһында һөйләй. Етештереү линияһы автоматлаштырылған, ойошма донъяуи стандарт буйынса эшләй. Хеҙмәткәрҙәр күҙәтеп, кәрәкһә төҙәтеп кенә тора.
Мәҫәлән, һауыттар тейешле кимәлдә тулғанмы- юҡмы, махсус яҡтыртҡыс аша үткәндә күренә. Күп балалы атай Игорь Сабанаев ғүмер буйы ситтә эшләгәндән һуң тыуған яғына ҡайтҡан. Көнөнә 25 палетте һыу тейәргә кәрәк, ти ул.
Әле компанияла 80 кеше эшләй. Киләсәктә тағы ла 20 хеҙмәт урыны булдырыу ҡарала. Быйыл инвестиция программаһы буйынса производствоны модернизациялау башланған. Ошо маҡсатта 124 миллион һум аҡса бүленә. Иҡтисади шарттар кәртә түгел, шулай ҙа яраҡлашырға тура килә.
Етештереүселәр әйтеүенсә, газлы лимонадтар ниндәйҙер кимәлдә хатта, файҙалы ла, сөнки уларға В витамины өҫтәлә. Американың һуттар һәм газировкалар етештереүселәре Рәсәй баҙарынан китһә- китмәһә лә, тәмле һыуға ҡытлыҡ булмаясаҡ. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең минерал һыу нигеҙендә эшләнгән татлы һыу линияһын «Красный ключ» компанияһы быйыл тағы берәүгә арттырған. Бығаса сәғәтенә 2 мең литр лимонад тултырылһа, яңы ҡоролма уны 4 мең литрға еткерергә ярҙам итә.
Компания шулай уҡ «Ғәҙел билдә» менән эшләй башлаған. 2026 йылғаса иҫәпләнгән инвестиция проекты өҫөтөнлөклө һанала, тимәк, ойошма килемгә һалым ташламаһы, ер участкаларын ҡуртымға алыуҙа түбән хаҡ һәм иҡтисади өлкәлә субсидиялауға дәғүә итә аласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева




