Мин иҫән, тиҙҙән Мәскәүгә реабилитацияға юлланам. Был Донбассты ҡотҡарыу буйынса хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Илнур Мөхмәтйәровтың һүҙҙәре.
Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы егете ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яраланып әле Луганск халыҡ республикаһы госпиталендә дауалана. Уның менән Донбассҡа гуманитар ярҙам илткән Башҡортостан вәкилдәре осрашҡан. Батырға республиканан бал һәм башҡа күстәстәр тапшырылған.




