1-се квартал һөҙөмтәләре буйынса тупланма бюджет 54 миллиард ярым һумға тулыланған. Был уҙған йылдың ошо осоронда булғандан 16 миллиардҡа күберәк. - Федераль кимәлдә санкциялар шарттарында йәшәйбеҙ, ҡайһы бер һалымды түләү ваҡыты кисектерелде, һалым ташламалары ҡабул ителде. Бының һөҙөмтәләрен икенсе квартал аҙағында күрәсәкбеҙ. Табыш буйынса пландың үтәлмәүе мөмкин. Шулай ҙа социаль йөкләмәләрҙе ваҡытында һәм тулыһынса үтәйбеҙ, - тине Андрей Назаров.







