Изге Рамаҙан айының һәр көнөндә мосолмандар ифтар уҙғара. Баш ҡалала ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер майҙанға йәш эшҡыуар Айгөл Усманова йыйҙы.
Арт-квадратта үткән кисәлә «Аиша» журналының баш мөхәррире Гөлбикә ханым гүзәл заттарҙы рухландырып, Рамаҙан айы һәм ҡатын-ҡыҙҙың исламда тотҡан урыны хаҡында һөйләне.
Сараны ҡурайсы һәм бейеүселәрҙең сығыштары биҙәне. Шулай уҡ, ифтарҙы ойоштороусылар кейтеринг, йәғни күсмә ресторан нескәлектәре тураһында фекер алышты.







