Республикала 2023 йыл аҙағына алданған өлөшсөләр проблемаһы булмаясаҡ

Бөгөн Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, һуңғы өс йылда 6898 өлөшсөнөң хоҡуҡтары яҡланған. Быйыл исемлек тағы ла 1042 кеше менән тулылынған.

Проблемалы объекттар иҫәбендә 83 йорт, өлөшләтә төҙөлөштә 3633 кеше ҡатанашҡан. Алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү бер нисә йүнәлештә алып барыла. 36 объект Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау федераль фонды менән берлектә финанслау менән һалынасаҡ, тағы 8 күп ҡатлы йорт сиратта тора. 20 йорт буйынса компенсация түләнә.

Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, аңлатыу эштәре алып барыла. Ҡатмарлыҡтар ҙа бар, мәҫәлән Госстрой компанияһы объекттары буйынса. Беҙҙең бурыс – 2023 йыл аҙағына тиклем өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданған кешеләрҙең проблемаһын хәл итеп бөтөү.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары

Үҙәк банктың төбәк бүлеге идарасыһы Марат Кашапов әйтеүенсә, проектлы финанслау күләме буйынса Башҡортостан илдә 13-сө урында. Федераль кимәлдә ташламалы программаларҙың ипотека ставкаһы төшөүе көтөлә.

Оператив штаб йыйылышында шулай уҡ республиканың ҡулланыусылар баҙарындағы хәлдәр тураһында фекер алышынды. Келәттәрҙә аҙыҡ-түлек тауарҙары етерлек, дефицит юҡ, тине ведомство етәксеһе.

Сәнәғәт өлкәһенә килгәндә, төбәктә 45 ойошманы илдең система булдырыусы компаниялары исемлегенә индереү ҡарала. Импортты алмаштырыу буйынса предприятиелар 3 мең йүнәлеш тәҡдим итә.

Фото №1 - Республикала 2023 йыл аҙағына алданған өлөшсөләр проблемаһы булмаясаҡ

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ