Алтынсыға уҙғарылған сара сиктәрендә тармаҡтағы яңы технологияларға бәйле махсуслаштырылған күргәҙмә эшләй. Шулай уҡ унда Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең экспозициялары булдырылған.
Төбәктең туризм буйынса дәүләт комитеты етәкселеге билдәләүенсә, халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Был йүнәлештә һөҙөмтәле эштәр алып барыла.
Гөлназ Хәйбуллина







