Бөгөн Өфөлә әүҙем эшләүсе меценаттар тәбрикләнде. Донбассҡа гуманитар ылау оҙатыуға тос өлөш индергән эшҡыуарҙар алдында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сығыш яһаны. Ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыусыларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Донбассҡа республиканан гуманитар ярҙам күрһәтеү артабан да дауам итәсәк. Киләһе ылау 18 апрелгә тиклем туплана. Байрамда ҡатнашыусы эшҡыуарҙар ҙа Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ылау оҙатыуҙа әүҙем ҡатнашыу теләген белдерә.
Гүзәл Борханова







