Хәйбулла районының «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт дауам итә

Корпустарҙың тышҡы һәм эске яғы төҙөкләндерелә, ҡыйыҡ, тәҙрәләр, электр системаһы яңыртыла. Подрядсы компания билдәләнгән ваҡытҡа – май айына барлыҡ эштәрҙе теүәлләргә вәғәҙәләй.

Каникул осоронда район лагерында барлығы 520 бала ял итеп, үҙ һаулығын нығытасаҡ. Ата-әсәләр бөгөн үк Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза ҡалдырып, юлламаны хәстәрләй ала.

«Балалар кэшбегы» программаһы буйынса компенсация ҡайтарыу мөмкинлеге лә бар. «Аҡсарлаҡ» учреждениеһында йәйге ялға уңайлы шарттар булдырыла. Төҙөүселәр билдәләүенсә, биналарҙы йылытыуға ла айырым иғтибар бүленә.

Фото №1 - Хәйбулла районының «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт дауам итә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ